Cайт Ахатовой Розалии Вазировны
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 92
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

Һеңлемә.

Һеңлем, һеңлем, бәләкәсем,

Уңғаным минең, бәпесем.

Ҡара ҡашлы, ҡара сәсле,

Ҡап-ҡара йомро күҙле.

Һин тыуғас та беҙ ҡыуандыҡ,

Өйгә керҙе бәхет, шатлыҡ.

Бик оҙаҡ исем уйланыҡ,

Иң матурын һайланыҡ.

Йөҙөң айҙай балҡып торғас,

Үҙең гөлдәй матур булғас

«Ай»ҙы, «гөл»дө бергә ҡушып

Исем бирҙек «Айгөл», тип.

 

         Атайым.

Берәү минең атайым

Исеме уның Нәғем.

Яратам, ярҙамлашам,

Иҙәндәрҙе йыуышам.

Атайҙың ышаныслы ҡулы

Һыйпай минең башымдан

- Тырыш ҡыҙым үҫә, - тип,

Һөйә минең арҡамдан.

 

           Әсәйемә.

- Әсәй, - тимен ҡайһы саҡта

Сыҙай алмай уфтаныуҙан.

Күҙҙәремдән йәштәр аға,

Һине өҙөлөп һағыныуҙан.

Нисә айҙар, йылдар үтте

Һинең тәмле аштарыңһыҙ,

Ғүмер буйы ғазап кистем

Һинең наҙлы ҡулдарыңһыҙ.

Ҡайҙа һинең бейеүҙәрең,

Матур, моңло бишек йырың.

Беҙҙе иркәләп ҡараған,

Яғымлы йылы ҡарашың.

        

          Көҙ.

Бына көҙ ҙә килеп етте

Сағыу күлдәген кейеп,

Баҡсаларҙа алмағастар

Ултыра башын эйеп.

Йәшелсәләр, еләктәр ҙә

Ята ерҙә ҡыҙарып,

Балалар тыштан инмәйҙәр

Мул уңышҡа ҡыуанып.

Күкте байҡап ҡоштар оса

Тыуған яғын ҡалдырып,

Ағастар елгә бәүелеп

Тороп ҡала оҙатып.

    

     Күңелле көн.

Кисә сыҡтым мин урамға,

Саңғыны тотоп ҡына.

Шатланып, көлөп кенә,

Тышҡа сыҡты һеңлем дә.

Икәүләп шаярҙыҡ:

Ҡарҙа аунап йөрөнөк,

Ҡар бабай ҙа яһаныҡ,

Эргәһендә уйнаныҡ.

  

       Яланда.

Барып сыҡтым бер яланға,

Йүгереп – тәгәрәп уйнарға.

Төрлө – төрлө сәскәләрҙе

Ҡосағыма йыйырға,

Ҡыҙарып бешкән еләкте

Ауыҙыма ҡабырға.

Яҡындағы ҡайындарҙың

Һөйләшеүен тыңларға.

 

 Ҡанатһыҙ күгәрсен.

Осоп килде аҡ күгәрсен

Өйөбөҙҙөң алдына.

Уны күреп бесәй ките,

Ауыҙын ялап ҡына.

Күгәрсенем сәләм биреп

Ҡанатын йәйеп ҡуйҙы.

Шул ваҡытта бесәй уның

Ҡанатын тешләп алды.

Быны күреп йүгереп сыҡтым,

Бесәйҙе атып бәрҙем,

Күгәрсенде күтәреп,

Өйгә индереп һалдым.

Яйлап-яйлап һыу эсерҙем,

Ваҡлап икмәк бирҙем,

Йылы ғына шәлгә төрөп,

Уны йоҡларға һалдым.

Һыҙлауына түҙә алмай,

Тыпырсынды күгәрсен.

Яраланғас тора алмай,

Ыҙалай шул, эй меҫкен!

 

    Төшөмдә.

Төшкә керҙе әсәйҙең

Татлы, тәмле аштары.

Күпереп бешкән икмәктең,

Тәмле – тәмле еҫтәре.

Әсәйҙең алтын ҡулдары

Һөйә беҙҙең арҡаны.

Уның йомшаҡ ҡулдары

Төштә мине наҙланы.

 

 

Полезные ссылки
  • Сайт МОБУ СОШ №1
  • Сайт завучей школы
  • Сайт музея школы
  • Сайт Галиакбаровой Л.Р.
  • Сайт Муртазиной А.В.
  • Сайт Мустафиной Г.К.
  • Сайт Нуровой Э.К.
  • Сайт Сафиной А.К.
  • Сайт Ахмитовой Л.Д.
  • Поиск
    Календарь
    «  Апрель 2024  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
    1234567
    891011121314
    15161718192021
    22232425262728
    2930
    Архив записей
    Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz