| «Өләсәйҙә ҡунаҡта»
Фольклор байрам
Маҡсат: балаларҙың һөйләү телмәрен үҫтереү; уйындар, йомаҡтар, һанашмаҡтар, бейеү һәм йыр аша башҡорт халыҡ ижадына, мәҙәниәтенә һөйөү тәрбиәләү, әсә теленә ғорурлыҡ тойғоһо уятыу.
Йыһазландырыу: тирмә макеты, көнкүреш әйберҙәре: силәктәр, тырыз, тирмән, милли кейемдәр; милли аштар күргәҙмәһе (ҡурмас, талҡан, айран).
Ҡулланма материал: «Аҡ тирәк, күк тирәк» китабы, «Аҡбуҙат» журналдары.
Байрам барышы:
Силәктәр тотҡан милли кейем кейгән балалар йүгерешеп килеп сығалар.
- Балалар, әйҙәгеҙ өләсәйгә ҡунаҡҡа барып ҡайтайыҡ әле, бер ыңғай еләк тә йыйырбыҙ. Ризаһығыҙмы?
- Риза! Риза! Барайыҡ! (йүгерешеп аҡланға килеп сығалар).
- Балалар, ҡайһылай матур еләкле аҡланға килеп сыҡҡанбыҙ икән, әйҙәгеҙ ошонда еләк йыяйыҡ.
Балалар: Һылыу ҡыҙҙар еләк йыя
Буш күнәген, буш күнәген
Элеп тә беләккә.
Еләк йыйған, ҡаҡтар ҡойған,
Йән һөйгәне, йән һөйгәне
Дуҫына бүләккә.
Уйын.
1 бала: Бында еләк күп икән,
Айыу, бүре юҡ икән.
(ҡыуаҡ артынан «айыу» килеп сыға ла балаларҙы тота башлай).
Уйын бөткәс:
- Балалар, ҡарағыҙ әле, был ниндәй өй янына килеп сыҡҡанбыҙ һуң?
- Был тирмә. (тирмәнән өләсәй килеп сыға).
Өләсәй: Һаумыһығыҙ, балаларым. Ҡайҙан аҙашып килеп сыҡтығыҙ?
1 бала: Һеҙгә ҡунаҡҡа килдек, еләк тә йыйып алдыҡ?
2 бала: Өләсәй, беҙ һиңә буш ҡул менән килмәнек, еләк тә йыйҙыҡ, һөнәрҙәребеҙҙе лә күрһәтеп алырбыҙ тигәйнек.
Өләсәй: Рәхмәт яуғырҙыры, килеп, хәлемде белеп ҡайһылай ҡыуандырҙығыҙ әле.
(балалар «Аҡ тирәк, күк тирәк» уйынына теҙеләләр).
- Аҡ тирәк, күк тирәк
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
- Матур йырлай белеүсе
Дуҫыбыҙ Зөбәйҙә кәрәк.
-Аҡ тирәк, күк тирәк
Йырлашайыҡ бергәләп.
- Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
- Матур бейей белеүсе
Дуҫыбыҙ Гөлназ кәрәк.
- Аҡ тирәк, күк тирәк,
Бейешәйек бергәләп.
- Аҡ тирәк, күк тирәк,
Беҙҙән һеҙгә кем кәрәк?
- Иң оҫта һөйләүсебеҙ,
Ләйсән дуҫыбыҙ кәрәк.
- Аҡ тирәк, күк тирәк,
Шатлана беҙҙең йөрәк.
(һәр береһе һөнәрен күрһәтә).
Өләсәй: Рәхмәт, балаҡайҙарым, мине ҡыуандырҙығыҙ, һөнәрле икәнһегеҙ. Әйҙәгеҙ, балалар, үҙегеҙҙе айран менән һыйлайым әле, һыуһындарығыҙ ҡаныр, арыуығыҙ бөтөр.
«Йәшерәм яулығымды» уйыны.
Йәшерәм, йәшерәм яулығымды
Йәшел ҡайын артына,
Һиҙҙермәйсә һалып китәм
Бер иптәшем артына.
(Уйын һанашмаҡтан башлана):
Алма тәгәрәй
Ауыл тирәләй.
Кем уны тота,
Шул сығып китә.
Өләсәй: Балаҡайҙар, һөнәрегеҙҙе күрһәттегеҙ, ә йомаҡ сисә беләһегеҙме?
- Ҡырҙа үҫкән бер бала,
Өйгә килеп моң һала. (ҡурай)
(Ҡурай тураһында ҡыҫҡаса һөйләп үтә, ҡурай моңо тыңлатыла).
- Айыу үкерә, йөнө ҡойола. (тирмән)
(Тирмәндең тормошта ҡулланышы тураһында һөйләй, ҡурмас, талҡан күрһәтә)
-Көн уҙғанын һиҙмәйбеҙ,
Сәскәнән бал эҙләйбеҙ.
Балыбыҙ беҙҙең тәмле,
Йәйге көндәр бик йәмле.
(Умарта күрһәтә, бал ҡорттары, башҡорт балы тураһында һәйләй).
Балалар: Өләсәй, һеҙгә бик ҙур рәхмәт, һыйланығыҙ. Беҙгә ҡайтырға ла ваҡыт етте, хушлашайыҡ.
(Балалар һаубуллашып, силәктәрен алып сығып китәләр).
| |