Cайт Ахатовой Розалии Вазировны
Меню сайта
Наш опрос
Оцените мой сайт
Всего ответов: 92
Статистика

Онлайн всего: 1
Гостей: 1
Пользователей: 0
Форма входа

Мин бәхетле – әсәйем бар…
Мин бәхетле – ҡояшым бар,
Ул йылмайып, көлөп тора,
Зәңгәр күктән ер өҫтөнә
Алтын нурын һибеп тора.
Мин бәхетле – әсәйем бар.
Ул иркәләп, наҙлап тора.
Йөрәгемдә ниҙәр барын
Күҙҙәремдән аңлап тора.
Мин бәхетле ил ҡыҙы, тип
Ғорурланып өндәшәмен.
Бәхетле, шат тормош өсөн
Тынғы белмәй көрәшәмен.

                                      Зөлфиә Ханнанова

      
        Әсәйемә бишек йыры.
Әсәкәйем бөгөн эштән
Арып ҡайтты,
Шуға ла ул йоҡларға ла
Иртә ятты.
Өшөмәһен әсәкәйем –
Юрған ябам.
Баш аҫтына тағы ла бер
Мендәр һалам.
Эшем бөткәс карауаты
Тирәһендә,
Ултырам да әсәйемдең
Эргәһенә,
Йоҡлатырмын бишек йыры
Йырлап ҡына,
Ә әсәйем йылмая ла
Күҙен йома.

                     Гөлфиә Юнысова

 
         Өләсәй.
Ауылдағы өләсәйгә
Һоҡланмаған кеше юҡ.
Бөтәһе лә маҡтай уны:
«Уңғанлыҡта – ише юҡ».
Аптырарһың, оҫталығы!
Белеме булмаһа ла.
Гөлдәй балаҫтар туҡый ул,
Киндер ҙә һуға ала.

                               Кәрим Булат

            Сәскә ата гөлдәр.      
Ағастарға ап-аҡ бәҫ һырыған,
Буран һөйләп йөрөй аһ-зарын.
Өй ҡыйығындағы ялтыр тамсы
Зарығып көтә булыр яҙҙарын.
Тәҙрә төптәрендә –
Әсәйемдең
Гөлө сәскә ата, бөркә наҙ.
Әсәй күңеле тулы ҡояш булғас,
Ҡыш та китмәй өйҙән матур яҙ!

                                   Фәүзиә Юлдашбаева

         Телефон.

Әсәйем китә эшкә,
Атайым китә эшкә.
Өйҙә яңғыҙ ҡаламын,
Ҡайталар улар кискә.
Телефондың һандарын
Йыямын яйлап ҡына,
Миңә кәрәкле булған
Һандарҙы һайлап ҡына.
Бер-ике-өс…биш- алты…
Ете…туғыҙ…
Әсәйемдән һорайым:
- Ҡасан ҡайтаһың? -  тиеп.
Ишетәмен тауышын,
Әсәйем ҡуя көлөп:
- Йә, илама! Көт – көт – көт!
Ҙур үҫкәнһең… - Пип – пип – пип!

                                          Ф. Туғыҙбаева

 
           Байрам көткәндә.
  Байрамды көтә – көтә,
Беҙ тик кенә ятманыҡ.
Йыр – бейеүҙәр өйрәндек,
Шиғырҙар ҙа ятланыҡ.
Байрамға әҙерләнгәндә,
Ҡуйҙыҡ әле уйлап та.
Әсәйҙәрҙе был көндә
Саҡырабыҙ ҡунаҡҡа.

                         Кәрим Булат

                         
              Әсәйҙәр байрамы.
Бөгөн байрам.
Булмәбеҙҙә
Уйындар ҡыҙыҡ бара.
Белмәгәне ҡарап тора,
Белгәне бейеп ала.
Минән дә
Ҡыҙҙар, малайҙар
Йырлауымды һораны.
Әсәйҙәрҙең ҙур байрамы
Йырһыҙ, моңһоҙ буламы!
                                  Кәрим Булат


            Әсәйемә.
Әсәкәйем, гүзәлкәйем,
Күҙ нурым һин, гөлкәйем,
Нурланып сыҡҡан ҡояштай
Яҡты һинең йөҙкәйең.
Әсәкәйем, берҙән – берем,
Изге һинең уйҙарың. 
Яҙғы елдәр кеүек наҙлы,
Йомшаҡ ҡына ҡулдарың.
Әсәкәйем, тауышҡайың
Сылтырап аға шишмәләй.
Моңо менән һәр иртәлә.
Тор, ҡыҙым, тип иркәләй.
Әсәкәйем, матурҡайым,
Йөҙҙәрең нурҙар сәсә.
Мәңге йәшел шыршы һымаҡ,
Һәр саҡ йәш бул, йөҙ йәшә!

                    Гүзәл Ҡыуандыҡова 
 

         Әсәй ҡайтты.

Әсәй бик аҙға китһә лә,
Илар сиккә етәбеҙ.
Ҡара бесәй менән бергә:
«Ҡайт! Ҡайт!» - тиеп көтәбеҙ.
Әсәй ҡайтты, бесәй сапты –
Эй, һөйөнөп йөрөйбөҙ.
Әсәй ҡояш алып ингән –
Нурға сумған өйөбөҙ!

                           Ҡадир Әлибаев

        
   Әсә балаһы.
- Һылыулығың, ҡыйыулығың
Алдың кемдән? – Әсәйемдән.
- Отҡорлоғоң, тапҡырлығың
Һинең кемдән? – Әсәйемдән.
- Тыйнаҡлығың, йыйнаҡлығың
Сере кемдән? – Әсәйемдән.
- Иркәлегең, иртәлегең
Күсте кемдән? – Әсәйемдән.
- Егәрлегең, егетлегең          
Һинең кемдән? – Әсәйемдән.

                        Зөһрә Ҡотлогилдина

 

Полезные ссылки
  • Сайт МОБУ СОШ №1
  • Сайт завучей школы
  • Сайт музея школы
  • Сайт Галиакбаровой Л.Р.
  • Сайт Муртазиной А.В.
  • Сайт Мустафиной Г.К.
  • Сайт Нуровой Э.К.
  • Сайт Сафиной А.К.
  • Сайт Ахмитовой Л.Д.
  • Поиск
    Календарь
    «  Апрель 2024  »
    ПнВтСрЧтПтСбВс
    1234567
    891011121314
    15161718192021
    22232425262728
    2930
    Архив записей
    Друзья сайта
  • Официальный блог
  • Сообщество uCoz
  • FAQ по системе
  • Инструкции для uCoz